8 декабрь, Кесе йома

20 декабрь 2012 йыл, 10:45

Өфөлә Башҡортостан парламенты ултырышы үтә

автор: Людмила Терновая

Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 58-се ултырышы үтә. Көн тәртибенә 44 һорау индерелгән. 20-нән ашыу закон проектының аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡаралыуы көтөлә. Улар араһында – граждандарҙың мөрәжәғәттәре, киң йәмәғәтселек сараларын үткәреү урындары, БР Йәмәғәт палатаһы, граждандарға юридик ярҙам күрһәтеүгә бәйле закон проекттары. Шулай уҡ «2012 йылға Башҡортостан Респубикаһы бюджеты тураһында»ғы законға индерелгән төҙәтмәләр ҙә закон статусы алырға тейеш.

«Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» БР закон проекты өҫтөндә эшләү дауам итәсәк.

Тәүгә депутаттар торлаҡ өлкәһенә бәйле БР закон проекттарын тикшерәсәк. Улар иҫәбендә: «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы БР законының 13-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһында төҙөүселәрҙең (заказсыларҙың) күп фатирлы йорттар төҙөлөшө буйынса үҙ йөкләмәләрен үтәмәүе арҡаһында зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса саралар тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында».

Бынан тыш, республика парламентының пленар ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының 2013 йылдың яҙғы сессияһына закон проекттары буйынса эшмәкәрлегенең яҡынса программаһын ҡарау, шулай уҡ көҙгө сессия буйынса эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау планлаштырыла. Көн тәртибенә түбәндәге һорау ҙа индерелгән: «Башҡортостан Республикаһы Президентының 2013 йылға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуҙы закондар менән тәьмин итеү буйынса саралар планы тураһында».