3 декабрь, Шәмбе

20 декабрь 2012 йыл, 10:29

Республикала 250 урынға иҫәпләнгән тергеҙеү медицина үҙәге булдырыласаҡ

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда 250 урынға иҫәпләнгән инвалид балалар өсөн тергеҙеү медицинаһы буйынса үҙәк проекты әҙерләнә. Был хаҡта Инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.

— Башҡортостанда инвалидтарға ярҙам итеү буйынса күп эштәр башҡарылыуға ҡарамаҫтан, бындай кәңәшмәләрҙә айырыуса киҫкен торған мәсьәләләргә иғтибар бүлеү мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лилиә Ғүмәрова. – Бындай мәсьәләләрҙе хәл итеү, уларға стратегик ресурстар йүнәлтеү зарур. Бынан тыш, ведомство-ара килешеп эш итеү механизмдарын нығытырға кәрәк: үткәрелгән сараларҙың айырымланған булыуы инвалидтарҙы реабилитациялау һәм социалләштереү буйынса юғары һөҙөмтәләргә ирешеүгә булышлыҡ итмәй.

Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренсә, алдағы ваҡытта Башҡортостанда социаль йүнәлештәге реабилитация үҙәге төҙөләсәк.

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитациялау тураһында «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды президенты Айгөл Гәрәева һөйләне.

— Йәмәғәт ойошмаларының инвалид балаларға ярҙам итеү йәһәтенән эшмәкәрлеге бик һөҙөмтәле булыуы мөмкин, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Айгөл Гәрәева. – Үҙебеҙҙең эшмәкәрлектә бизнес-берләшмә, шулай уҡ дәүләт ярҙамына мөрәжәғәт итәбеҙ. Үҙәктә шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар сәләмәт балалар өсөн иҫәпләнгән шундай уҡ программалар буйынса шөғөлләнә.

— Әлеге ваҡытта Өфөлә 2889 инвалид бала йәшәй, — тип хәбәр итте Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфирә Баҡыева. – Уларҙан 305 бала – аҙ мобилле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы өс йылда уларҙың һаны арта һәм яҡын киләсәктә лә был тенденцияның дауам итеүен күҙаллайбыҙ. Өфөлә өс күп профилле реабилитация үҙәге эшләүгә ҡарамаҫтан, уларға ҡытлыҡ кисерәбеҙ – бындай үҙәктәргә сират 6-8 айға һуҙыла.

Инвалид бала тәрбиәләүсе Рәсимә Әлимғафарова чиновниктарҙың иғтибарын бындай балалар үҫтергән ата-әсәләрҙең проблемаларына йүнәлтте.

— Иртә диагностика, балаларҙы дауалау һәм реабилитациялау ауырлыҡтар тыуҙыра, — тип аңлатты Рәсимә Әлимғафарова. – Реабилитация үҙәгенә беҙ йылына бер генә тапҡыр ике аҙнаға бара алабыҙ. Дауалау физкультураһы менән шөғөлләнеү өсөн тренажер залдары кәрәк. Бынан тыш, балалар неврологияһы буйынса кадрҙар етешмәй.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 14 меңдән ашыу инвалид бала йәшәй, уларҙан 471 сабый бала йорттарында тәрбиәләнә.

темалар: социаль ярҙам