10 декабрь, Шәмбе

19 декабрь 2012 йыл, 17:10

Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 105,5 процент тәшкил итте

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы һуңғы биш йылда уртаса Рәсәй күрһәткестәре менән сағыштырғанда юғарыраҡ темптар менән үҫешә. 2012 йылдың 11 айы һөҙөмтәләре буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 105,5 процент тәшкил итте. Йыл аҙағына күрһәткестең түбәнәйеүе билдәләнде – ғинуар-октябрь айҙарына был һан 106,8 процентҡа тиң ине.

Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы (Башҡортостанстат) мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың ғинуар-октябрь айҙарында сәнәғәт производствоһы индексы Рәсәй буйынса – 102,8 процент, Волга буйы федераль округы буйынса 104,6 процент тәшкил итте.