3 декабрь, Шәмбе

19 декабрь 2012 йыл, 16:45

Төбәктә «500 ферма» программаһын тормошҡа ашырыу буйынса тәүге йомғаҡтар яһалды

автор: Галина Бахшиева

2012 йылда «500 ферма» республика маҡсатлы программаһында ҡатнашҡан предприятиелар яңыртыуға 1,5 миллиард һум аҡса йүнәлткән. Уларҙың 483 миллион һумын – кредитҡа алған.

— 2012 йылдың апрелендә ҡабул ителгән «500 ферма» комплекслы программаһы республикала һөтсөлөк тармағының килемле һәм конкурентлыҡҡа һәләтле булыуын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Сығымдарҙың һәр һумы ошо маҡсаттарҙа тотонолорға тейеш. Бөгөнгө көнгә 37 һөтсөлөк-тауар фермаһы яңыртылған. Ағымдағы йыл аҙағына комиссия кәм тигәндә 50 яңыртылған ферманы ҡабул итергә планлаштыра, — тине 19 декабрҙә «500 ферма» республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға арналған семинар-кәңәшмәлә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко.

Быйыл программала ҡатнашыусы статусы төбәктең 67 ауыл хужалығы предприятиеһына бирелгән. Улар дөйөм алғанда 71 һөтсөлөк-тауар фермаһын яңыртасаҡ.

Әлеге ваҡытта техника, ҡорамалдар, тоҡомло мал, күп йыллыҡ үләндәр орлоғо һатып алыуға һәм төҙөү-монтажлау эштәренә субсидиялар программала ҡатнашҡан 51 предприятиеға күсерелгән. Ауыл хужалығы предприятиеларына бүленгән средстволарҙың дөйөм күләме – 302 миллион һумдан ашыу. Ошо көндәрҙә 2012 йылғы программаны тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә 85 миллион һум аҡса бүленгән.

Республиканың ауыл хужалығы министры билдәләүенсә, ауыл халҡы был программаға ҡарата ышанысын белдерә. Программаның механизмы аныҡ билдәләнгән һәм ул 2013 йылда ла дауам ителәсәк.

— Яңы йыл башланыр алдынан – әленән үк программаны тормошҡа ашырыу өсөн, биш йыл дауамында ул һөҙөмтәле эшләһен өсөн аныҡ параметрҙар һәм шарттар билдәләү беҙҙең төп бурыс булып тора, — тине Николай Коваленко.