4 декабрь, Йәкшәмбе

19 декабрь 2012 йыл, 16:17

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына Михаил Закомалдин яуап бирә

автор: Сергей Захаров

19 декабрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдиндың онлайн-конференцияһы бара.

Урындағы ваҡыт менән 16-нан 17-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала.

Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.

Михаил Закомалдиндың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.