6 декабрь, Шишәмбе

19 декабрь 2012 йыл, 13:29

«Абҙаҡ» тау саңғыһы комплексында 2014 йылғы Олимпиада өсөн волонтерҙар һайлап алынасаҡ

автор: Дмитрий Слезин

«Сочи 2014» ойоштороу комитеты 22 декабрҙә 2014 йылғы Олимпиада өсөн волонтерҙар һайлап аласаҡ. Сара «Абҙаҡ» тау саңғыһы комплексында үтә.

Тау саңғыһы, сноуборд, фристайл буйынса ярыштар етәкселәренән, шулай уҡ Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы, Фристайл федерацияһы вәкилдәренән торған компетентлы жюри буласаҡ волонтерҙар командаһы ағзаларын һайлап аласаҡ. Трассаларҙа һайлап алыу турҙарын уңышлы үткән кандидаттар 2012-2013 йылдар миҙгелендә «Сочи 2014» ойоштороу комитетының тау саңғыһы, фристайл һәм сноуборд буйынса һынау ярыштарында ҡатнаша аласаҡ. Бындай һынауҙар Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында үткән дә инде.

Өфөнән Абҙаҡҡа автобус 22 декабрҙә иртәнге сәғәт 7-лә Башҡорт дәүләт медицина университетынан ҡуҙғала. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә аккредитация үтеү өсөн телефон: 89603993795 (Миләүшә Нурислам ҡыҙы).