10 декабрь, Шәмбе

19 декабрь 2012 йыл, 12:03

2012 йылда Башҡортостанға 253 миллиард һум инвестициялар йәлеп ителгән

автор: Эльвира Латипова

2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикаға йәлеп ителгән инвестицияларҙың дөйөм күләме 253 миллиард һум күләмендә билдәләнә. Уларҙың яҡынса 100 миллион доллары – сит ил инвесторҙары средстволары. Бындай мәғлүмәт менән Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында БР иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин таныштырҙы.

— Башҡортостан төп капиталға инвестициялар күләме буйынса Рәсәйҙең иң тиҙ үҫешкән субъекттарының береһе булып тора. Волга буйы федераль округында беҙ барыһынан да йылдамыраҡ үҫешәбеҙ, — тине министр.

Йыл йомғаҡтары буйынса төбәктең өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге булдырылды. Исемлеккә 64 проект инә, инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 400 миллиард һум тәшкил итә. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу 40 мең эш урынын булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Дөйөм алғанда республикала 100 инвестиция проекты буйынса эш алып барыла, был иһә 600 миллиард һум һәм иҡтисад өлкәһендә мәшғүл булған 50 мең кеше тигән һүҙ.