4 декабрь, Йәкшәмбе

19 декабрь 2012 йыл, 11:39

«Берҙәм Рәсәй» балаларҙы Өфө дәүләт циркында үтәсәк хәйриә тамашаһына йыя

автор: Ғәлиә Нәбиева

20 декабрҙә Өфө дәүләт циркында «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамында «Хәүеф төркөмөнә ҡараған балалар» проекты сиктәрендә хәйриә тамашаһы үтә, тип хәбәр итә ER.RU.

Сараға бала йорттарында, реабилитация үҙәктәрендә тәрбиәләнгән балалар, етемдәр, махсус коррекцион мәктәптәрҙә белем алаған уҡыусылар – йәмғеһе ике меңгә яҡын бала саҡырылған. Тамаша алдынан балаларҙы Ҡыш Бабай менән осршыу көтә.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе Өфө дәүләт циркы менән даими хеҙмәттәшлек итә. Быйыл балалар өсөн байрам «Планета экзотикаһы» программаһы сиктәрендә ойоштороласаҡ.