4 декабрь, Йәкшәмбе

19 декабрь 2012 йыл, 11:05

Сәлиә Мырҙабаева: «2013 йылда ауыл ерендә эшләргә теләгән йәш табиптарға түләүҙәр биреү дауам ителәсәк»

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ауыл медицинаһын үҫтереү һәм йәш белгестәрҙе ауылдарға йәлеп итеү өсөн 2012 йылда мотлаҡ медицина страховкалауы тураһындағы законға төҙәтмәләр индереү юлы менән 35 йәшкә тиклемге белгестәргә бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләнгәйне. Медицина юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң 2011-2012 йылдарҙа ауылға эшкә килгән табиптар дәүләт ярҙамы алды.

— Был маҡсаттарға «Земство табибы» проекты сиктәрендә федераль бюджет средстволарынан 6,5 миллиард һум ҡаралғайны. Башҡортостанға Рәсәйҙең барлыҡ субъекттары араһынан иң күп сумма бүленде – 553 миллион һум. Был средстволар тулыһынса файҙаланылды, — тип һөйләне Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева.

Әммә, Сәлиә Мырҙабаева һүҙҙәренсә, ауылдарҙа әүәлгесә кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ауылда эшләргә теләгән йәнә 77 белгестән ғариза ҡабул ителгән. Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаеваның Мотлаҡ медицина страховкаһы федераль фондына 2012 йылда өҫтәмә түләүҙәр бүлеү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итеүе республиканың ауыл медицинаһын кадрҙар менән тәьмин итеүҙә ярҙам итәсәк.

— 2013 йылда медицина хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр биреү дауам ителәсәк, — тине депутат. – Медицина хеҙмәткәрҙәренә бындай социаль ярҙам сараһы 2012 йылдың 1 декабрендәге «Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкалауы тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында» 213-ФЗ һанлы Федераль закон менән билдәләнгән.

Сәлиә Мырҙабаева билдәләүенсә, федераль ҡануниәткә ярашлы, 2013 йылда ике йүнәлеш буйынса (һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең дәүләт һәм муниципаль учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу һәм тармаҡҡа заманса мәғлүмәт системаларын индереү) һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программаларын тормошҡа ашырыу ҙа дауам ителәсәк.