Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың иң яҡшы бухгалтерҙары билдәләнде

Иҡтисад

Һөнәри конкурс барышында 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса республиканың иң яҡшы бухгалтерҙары билдәләнде. Ойоштороусы булып Башҡортостан профессиональ бухгалтерҙар һәм аудиторҙар территориаль институты сығыш яһаны. Жюри рәйесе – БР финанстар министрының беренсе урынбаҫары Рида Собханғолова.

Дәүләт һәм шәхси ойошмаларҙың 200 вәкиле араһынан өс йүнәлеш буйынса иң яҡшылары һайлап алынды. Һәр номинацияла өс призлы урын билдәләнде.

«Башҡортостан Республикаһының дәүләт (муниципаль) учреждениеларында бухгалтерия иҫәбе буйынса иң яҡшы бухгалтеры-2012» номинацияһында Өфө ҡалаһының Дим районын тейешле хәлдә тотоу һәм төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһының баш бухгалтеры Ләйсән Ғәскәрова еңеп сыҡты, тип хәбәр иттеләр БР Финанстар министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Башҡортостан Республикаһының коммерция ойошмаларында бухгалтерия иҫәбе буйынса иң яҡшы бухгалтеры-2012» номинацияһында «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сектор етәксеһе Ильяс Мәхмүтов беренсе урын яуланы.

«Башҡортостан Республикаһының финанс отчет биреүҙең халыҡ-ара стандарттары буйынса иң яҡшы бухгалтеры-2012» номинацияһында «ОЗНА-Менеджмент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең өлкән бухгалтеры Миләүшә Яҡупова беренсе урынға лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть