3 декабрь, Шәмбе

18 декабрь 2012 йыл, 16:33

Өфөлә 150-нән ашыу шыршы баҙары ойоштороласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә Яңы йыл алдынан 154 шыршы баҙары ойоштороласаҡ. Халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡулланған ылыҫлы ағас – аҡ шыршы – быйыл 600-800 һумға һатыласаҡ. Былтыр Өфөлә был Яңы йыл ағасы 500-700 һумға тәҡдим ителгәйне, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙары идаралығынан.

— Урамдарҙа ойоштороласаҡ шыршы баҙарҙарынан тыш, Яңы йыл ағастары ғәҙәти баҙар һәм сауҙа комплекстары биләмәләрендә һатыласаҡ. Шулай уҡ урман һылыуҡайҙарын ҡышҡы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һайлап алап була. Улар Өфөлә һәр ял көнө һайын 30 декабргә тиклем үткәрелә, — тип һөйләне Идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Ишбулатова.