3 декабрь, Шәмбе

18 декабрь 2012 йыл, 16:02

Төбәктә «Хеҙмәт шарттарын һәм уны һаҡлауҙы иң яҡшы ойоштороу» номинацияһында еңеүсе предприятие билдәләнәсәк

автор: Галина Бахшиева

2013 йылдың ғинуарында Башҡортостан предприятиелары араһында 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Хеҙмәт шарттарын һәм уны һаҡлауҙы иң яҡшы ойоштороу» номинацияһында конкурс үткәрелә. Уны ойоштороусылар булып республиканың Профсоюздар федерацияһы менән берлектә БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сығыш яһай.

Конкурста ҡатнашыуға заявкаларҙы 2013 йылдың 15 ғинуарына тиклем Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһына тапшырыу һорала.

Бәйге шарттары БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының һәм БР Профсоюздар федерацияһының сайттарында урынлаштырылған.