5 декабрь, Дүшәмбе

18 декабрь 2012 йыл, 15:44

2013 йылдың тәүге ярты йыллығында төбәктә коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы күтәреү планлаштырылмай

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты 2013 йылда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы һәм хаҡтарҙы күтәреү тураһындағы мәғлүмәтте тикшереҙе. Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәдис Сәлимгәрәев депутаттарҙы хеҙмәттәргә хаҡтар буйынса мәғлүмәт менән таныштырҙы, тип хәбәр иттеләр БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән. Уның һүҙҙәренсә, 2013 йылдың тәүге ярты йыллығында тарифтар күтәрелмәйәсәк. Хаҡтар артыу 2013 йылдың 1 июленән көтөлә.

Йылылыҡ энергияһына уртаса республика буйынса тарифтар – 12,1 процетҡа, һыу менән тәьмин итеү, уны ағыҙыу һәм таҙартыу хеҙмәттәренә хаҡтар – 6,8 процентҡа, электр энергияһына тарифтар 11,9 процентҡа артасаҡ. Газ менән тәьмин итеүгә тарифтарҙың 15 процентҡа артыуы көтөлә.

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе һүҙҙәренсә, республикала хаҡтар, башҡа субъекттар менән сағыштырмаса, күпкә арттырылмай. Мәҫәлән, йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу буйынса «арзан хаҡтар рейтингы»нда Башҡортостан – икенсе урында, ә электр энергиһы менән тәьмин итеү буйынса өсөнсө урында килә. Эҫе һыу менән тәьмин итеү хеҙмәттәренә тарифтар буйынса республика рейтингта беренсе урын биләй.