Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡала VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек буйынса финиш һыҙығына сыға

Йәмғиәт

2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтә. Донъяның төрлө илдәренән балаларҙың үҙ-ара аралашыуы, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу, балалар спортын үҫтереү Уйындарҙың төп маҡаты булып тора.

Ҡала хакимиәтендә әлеге ҙур сараға арналған сираттағы матбуғат конференцияһы үтте. Башҡортостан баш ҡалаһының халыҡ-ара ярыштарҙы үткәреүгә әҙерлек кимәле тураһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов һөйләне.

— 2013 йылда Өфөлә үтәсәк уйындарҙа донъяның 22 иленән йәмғеһе 62 ҡаланан вәкилдәрҙең ҡатнашыуы көтөлә. Ҡышҡы уйындар өсөн был рекордлы һан. Башҡортостан баш ҡалаһына Канада, Литва, Швейцария, Ҡаҙағстан, Венгрия, АҠШ, Германия, Австрия, Словения, Украина, Көньяҡ Корея, Белоруссия, Нидерланды, Греция, Австрия, Ҡытай, Италия, Монголия, Эстония һәм, әлбиттә, Рәсәйҙән спортсылар киләсәк. Унда меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә, — тип хәбәр итте Рәмил Дилмөхәмәтов. – Халыҡ-ара балалар уйындары Өфөнөң дүрт ҙур спорт объектында үтәсәк. «Олимпик-Парк» комплексы тау саңғыһы спорты һәм сноуборд буйынса ярыштарҙы ҡабул итәсәк. Әлеге ваҡытта унда балалар спорт мәкәтебенең яңы бинаһын төҙөү буйынса эштәр тамамлана. Ундағы барлыҡ эштәрҙе 15 ғинуарға тиклем тамамларға планлаштырабыҙ.

Өфөнөң Спорт һарайында фигуралы шыуыу һәм шорт-трек буйынса ярыштар үтәсәк. Унда әлегә ҡайһы бер ремонт эштәре үткәрелә. Ә бына «Биатлон» спорт комплексы халыҡ-ара уйындарҙы ҡабул итеүгә әҙер. Ағымдағы йылдың сентябрендә бында йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты үткәрелгәйне инде. Комлекс «А» категорияһына эйә, был иң юғары кимәлдәге халыҡ-ара спорт ярыштарын үткәрергә мөминлек бирә.

«Өфө-Арена» боҙ һарайында хоккей буйынса ярыштар үтәсәк. Был спор объекты шулай уҡ ярыштар үткәреүгә тулыһынса әҙер.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть