11 декабрь, Йәкшәмбе

18 декабрь 2012 йыл, 14:17

Өфөлә онкология сирле балалар өсөн ҡан тапшырыу буйынса акция үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә шәмбе, 22 декабрҙә, 9-13 сәғәттәрҙә ҡан тапшырыу буйынса «Яңы йыл геройы көнө» исемле хәйриә акцияһы үтә.

Сараны ойоштороусылар булып «Юғалтыуҙар юҡ» («Потерь нет») хәйриә фонды, «Уфанет» компанияһы һәм UTV телеканалы менән берлектә Республика ҡан тапшырыу станцияһы сығыш яһай.

— Акция сиктәрендә шулай уҡ онкология сирле балалар өсөн тромбоциттар тапшырырға була, — тине фонд етәксеһе Радмила Сурначева. – Йыл һайын Яңы йыл байрамдары бындай балалар өсөн ауыр мәлгә әйләнә, сөнки был осорҙа донорҙар айырыуса етешмәй китә.

Шулай уҡ «Юғалтыуҙар юҡ» фонды барлыҡ теләүселәрҙе уның дөйөм донорҙар базаһына ҡушылырға саҡыра. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт фонд сайтында урынлаштырылған.

Ҡан тапшырырға теләгән һәр кеше Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1 адресы буйынса урынлашҡан Республика ҡан тапшырыу станцияһына килергә тейеш.