9 декабрь, Йома

18 декабрь 2012 йыл, 13:53

БР буйынса Баш федераль инспектор Профсоюздар федерацияһы менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников төбәктең Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Осрашыу барышында республиканы социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси йәһәттән үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Осрашыу сиктәрендә БР буйынса Баш федераль инспектор һәм БР Профсоюздар федерацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, хеҙмәткәрҙәр хоҡуҡтарын һаҡлау һәм яҡлау, Башҡортостанда социаль партнерлыҡты үҫтереү буйынса яҡтарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүенә йүнәлтелгән.

Килешеүҙә хеҙмәт ҡануниәтен боҙоу осраҡтарын тикшереү һәм асыҡлау, ведомство-ара комиссияларҙың эш хаҡын ваҡытында һәм тулыһынса түләүгә контроллек итеү буйынса эшмәкәрлегендә ҡатнашау йәһәтенән һәм башҡа мәсьәләләр буйынса хеҙмәттәшлек итеү варианттары ҡаралған.