8 декабрь, Кесе йома

18 декабрь 2012 йыл, 12:43

Баш ҡалала Матбуғат балы үтте

автор: Алик Шакиров | фото: Андрей Старостин

Көн элгәре Өфөлә йыл һайын үткәрелеүсе Матбуғат балы үтте. Унда киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре – республика, ҡала һәм район гәзиттәренең, теле- һәм радиокомпанияларҙың баш мөхәррирҙәре һәм журналистары ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов сәләмләне. Уның билдәләүенсә, быйыл Матбуғат балы «Йондоҙҙар ваҡыты» девизы аҫтында үтә.

— Бындай девиз осраҡлы ғына һайланманы, — тине Борис Мелкоедов. – Журналистар республикала күп, ә ысын мәғәнәһендә талантлы, яҡшы журналистар әҙ. Шуға күрә уларҙы ҡәҙерләргә тейешбеҙ.

Ведомство башлығы хеҙмәттәштәренә яңы ижади уңыштар теләне. Артабан алып барыусылар Марсель Байдәүләтов менән Илья Подольский республика журналистар конкурстарында еңеүселәрҙең исемдәрен иғлан итте. Һөнәри бәйгеләрҙә еңеүселәр тип түбәндәге журналистар табылды:

«Иҡтисад һәм финанстар» номинацияһында — «Республика Башкортостан» гәзите хеҙмәткәре Леонид Пахомов, «Социаль өлкә һәм мәғариф» номинацияһында — «Аскинская новь» гәзите хәбәрсеһе Альбина Мусина, «Бәләкәй Ватан» номинацияһында – Нефтекама ҡалаһының «Красное знамя» гәзите мөхәррире урынбаҫары Зилә Әмирова, «Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше» номинацияһында — «Туймазинский вестник» гәзите хеҙмәткәре Светлана Харисова, ошо уҡ баҫманың йәнә бер хеҙмәткәре Диана Нәсибуллина – «Мәҙәниәт һәм сәнғәт» номинацияһында, «Һаулыҡ һәм экология» номинацияһында — «Октябрьский нефтяник» гәзитенән Светлана Вәлирахманова, «Сәнәғәт һәм инвестициялар» номинацияһында — «Баймакский вестник» гәзите хәбәрсеһе Зөлфиә Сафина еңеүгә лайыҡ булды. Энергетика темаһын иң яҡшы яҡтыртҡаны өсөн Еңеүсе дипломын «Вечерняя Уфа» гәзите хеҙмәткәре Арина Астафьева алды. Коммерция предприятиеһының иң яҡшы матбуғат хеҙмәте тип — «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәте, дәүләт учреждениеһының иң яҡшы матбуғат хеҙмәте тип БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте танылды. Иң яҡшы корпоратив баҫма исеменә «Энергетик Башкортостана» гәзите (ойоштороусыһы – «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) лайыҡ булды. Иң ауыр темаларҙың береһе — «Сәйәсәт һәм йәмғиәт» номинацияһында «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһынан Рөстәм Зәрәфетдинов еңеүсе тип танылды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Мисс Башҡортостан матбуғаты» исеменә — «Учалинская газета» баҫмаһынан Эльза Скрипченко, «Мистер Башҡортостан журналисы» исеменә Баймаҡ районының «Һаҡмар» гәзитенән Айбулат Ишназаров лайыҡ буды.

Еңеүселәргә дипломдар тапшырыу тантанаһы концерт номерҙары менән байытылды, сара һуңында дискотека ойошторолдо.