Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

2012 йыл башынан алып республикала 470 вакансиялар йәрминкәһе ойошторолған

Иҡтисад

2012 йылдың ғинуарынан алып ноябренә тиклем Башҡортостанда 470 вакансиялар йәрминкәһе үткәрелгән, унда 99 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.

Өфөлә генә был ваҡыт эсендә 62 вакансиялар йәрминкәһе ойошторолған. «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге мөдире Ирина Турчина хәбәр итеүенсә, уларҙа 1300-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашҡан.

— 2012 йыл башынан алып беҙҙең менән ойошторолған вакансиялар йәрминкәләрендә Өфөнән эш тәҡдим итеүселәр 31 меңдән ашыу буш эш урыны тураһында мәғлүмәт тәҡдим итте. Ағымдағы йылдың 11 айы эсендә уларҙа 37 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Уларҙың биш меңгә яҡыны ошо йәрминкәләр ярҙамында эшкә урынлашты, — тип хәбәр итте Ирина Турчина.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть