9 декабрь, Йома

18 декабрь 2012 йыл, 10:41

Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы – Корея Республикаһында

автор: «Башинформ»

17 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы Корея Республикаһының баш ҡалаһы Сеулға юлланды. Хөкүмәт ағзалары менән осрашыуҙар үткәреү, мегаполистың инфраструктураһы менән танышыу, ҙур компаниялар менән эшлекле бәйләнештәр булдырыу, электрон белем биреү һәм заманса коммуникациялар өлкәһендә тәжрибә туплау визиттың төп маҡсаттары булып тора, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Визиттың тәүге көнөндә Рөстәм Хәмитов Инчхон халыҡ-ара аэропорты етәкселеге менән осрашты һәм донъяла иң ҙурҙарҙан һаналған аэровокзал комплексы эшмәкәрлеге менән танышты. Осрашыу барышында һүҙ Өфөлә яңы халыҡ-ара терминал төҙөү тураһында барҙы. Ул 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк.

«Әлеге ваҡытта яңы халыҡ-ара терминалды проектлау өҫтөндә эшләйбеҙ, ул сәғәтенә 700-800 пассажирҙы хеҙмәтләндерәсәк», — тине Рөстәм Хәмитов.

Инчхон етәкселеге фекеренсә, планлаштырылған комплекс кешеләрҙе хеҙмәтләндереү йәһәтенән оптималь булып тора. Йылына ул 7 миллионға тиклем кешене хеҙмәтләндерә аласаҡ. Кореянан партнерҙар был эштә, атап әйткәндә, халыҡ-ара саммиттар башланыр алдынан яңы терминалды һынап ҡарау йәһәтенән ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.

«Хеҙмәттәшлек итеү, белгестәр менән алмашыу варианттарын бергәләп тикшерергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. – Быларҙың барыһы ла үҙ-ара Килешеүҙә билдәләнәсәк».

Samsung Electronics офисында халыҡ-ара корпорацияның Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Республика делегацияһын компанияның яңы эшләнмәләре, атап әйткәндә, «Электрон Хөкүмәт», «Аҡыллы ҡала», «Электрон белем биреү» проекттары менән таныштырҙылар.

«Башҡортостанда электрон белем биреүҙе йәйелдереү мәсьәләһе буйынса әүҙем эш алып барабыҙ, шуға күрә бында тәжрибә тупларға килдек, — тине Рөстәм Хәмитов. — Samsung компанияһының Рәсәйҙәге предприятиеларында булдым һәм уларҙа эштең заманса кимәлдә ойошторолоуы хаҡында әйтә алам. Бындай предприятиеларҙы беҙҙең республикала ла булдырырға теләр инек һәм бының өсөн иң уңайлы шарттар булдырырға әҙербеҙ».

Samsung компанияһы етәкселеге менән осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Башҡортостанда data-үҙәк булдырырға, артабан был проектты бөтә Рәсәйҙә йәйелдерергә тәҡдим итте. «Мәғлүмәт эшкәртеү буйынса бындай үҙәктәр әлегә биш-алты төбәктә генә бар, ә был тема ҙур ҡыҙыҡһыныу уята», – тине Рөстәм Хәмитов.

Бынан тыш, осрашыуҙа билдәләнеүенсә, Башҡортостан «Электрон Хөкүмәт» системаһын индереү буйынса алдынғы позицияларҙы биләй. Яңыраҡ республикала булып киткән Корея белгестәре лә быны дөрөҫләне. Ә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат кеүек ҙур ҡалалар экологияға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә, транспортҡа контроллек итеү технологияларын үҙҙәрендә ҡулланырға теләй, уларҙың барыһы ла «Аҡыллы ҡала» системаһында ғәмәлләштерелгән. Һөҙөмтәлә алдағы йылдың башында тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Башҡортостанға Samsung Electronics компанияһы белгестәрен ебәреү тураһында килешеүгә өлгәшелде.

Сеул ҡалаһының Итэвон районындағы башланғыс мәктәптә Башҡортостан делегацияһын электрон белем биреү системаһын ғәмәлдә ҡулланыу миҫалдары менән таныштырҙылар. Бында «аҡыллы кластар» булдырылған. Уҡыусылар мобиль ҡоролмалар һәм планшет компьютерҙар менән ҡуллана, уҡытыусылар Корея белем биреү һәм тикшеренеү мәғлүмәт хеҙмәте менән әҙерләнгән махсус методикалар буйынса уҡыта. Уның маҡсаты – белем биреү генә түгел, ә уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алыу технологияларына йәлеп итеү.

Рөстәм Хәмитов нисә йәштән башлап балаларҙы бындай технологияларға өйрәтеүҙәре хаҡында ҡыҙыҡһынды. Уҡытыусылар һөйләүенсә, электрон системаларҙы уҡыусылар өсөнсө кластан башлап ҡуллана.

Сеул мәғариф өлкәһендә тикшеренеүҙәр һәм мәғлүмәт институтында Башҡортостан делегацияһы «Кибер-дом» (www.kkulmat.com) белем биреү системаһы менән танышты.

Сайтта төрлө йәштәрҙәге кешеләр өсөн 950 белем биреү программаһы тәҡдим ителә. Уҡыусылар виртуаль кластар булдыра, уларҙың һәр береһендә 20-нән алып 200-гә тиклем кеше шөғөлләнә. 2011 йылда программала 1,5 миллион студент ҡатнашҡан. Белем биреү сифатына институт эксперттары контроллек итә.

Шулай уҡ институтта «Йәйғор» мәктәбе эшләп килә, ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән айырым дәрестәр үткәреү мөмкинлеген бирә. Уҡытыусылар өйҙә булған балалар менән махсус программалар ярҙамында аралаша.  

Сеул ҡала университетында Башҡортостан делегацияһы ғилми даирә вәкилдәре менән осрашты, бында Рөстәм Хәмитовҡа университет докторы дәрәжәһе бирелде.

«Башҡортостан һәм Корея араһындағы ғилми хеҙмәттәшлек нығынһын өсөн барыһын да эшләйәсәкмен», – тине Рөстәм Хәмитов.