7 декабрь, Шаршамбы

17 декабрь 2012 йыл, 18:00

Башҡортостанда Президент шыршыһы 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарына арналасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда Президент шыршыһында ҡатнашасаҡ яҡынса 800 бала өсөн «Ҡыш Бабайҙың Яңы йыл спорт уйындары» исемле театрлаштырылған тамаша әҙерләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сара Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында 21 декабрҙә үтә.

БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге тема осраҡлы рәүештә һайланмаған. 26 декабрҙә республика баш ҡалаһында йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты старт ала, ә февралдә ҡала йәнә бер ҙур сараны – VI Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итәсәк. Изгелек һәм яуызлыҡ тураһындағы был тамашаны балаларға Башҡорт драма театры һәм Милли йәштәр театры актерҙары тәҡдим итәсәк.

Ҡыш Бабай ролендә – РФ һәм БР халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Ҡарһылыу ролендә Милли йәштәр театры актеры Гөлшат Ғайсина сығыш яһаясаҡ.

Балалар спектакленең ҡуйыусы режиссеры – Илшат Фәхретдинов, сценарий авторы – Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире Владимир Аношкин.

Сарала уҡыуҙа яҡшы билдәләренә өлгәшкән, олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеү яулаған, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренән балалар ҡатнашасаҡ.