10 декабрь, Шәмбе

17 декабрь 2012 йыл, 16:45

Йыл башынан алып Башҡортостанда 1,6 миллион тоннанан ашыу һөт етештерелгән

автор: Галина Бахшиева

2012 йыл башынан Башҡортостанда 1,6 миллион тоннанан ашыу һөт етештерелгән.

Был ваҡыт эсендә һәр һыйырҙан уртаса 3617 килограмм һөт һауып алынған. Үткән йыл менән сағыштырмаса, был 296 килограмға күберәк, тип билдәләнеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республиканың туғыҙ районы әлеге ваҡытта һауым буйынса дүрт меңлек сикте уҙған. Саҡмағош районы хужалыҡтары иһә биш меңлек сикте үткән.

Иң күп һөттө йыл башынан алып Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Илеш, Дүртөйлө һәм Ауырғазы райондарының ауыл хужалығы предприятиелары һауып алған һәм һатҡан. Уларҙың һәр береһендә 25-39 мең тонна һөт етештерелгән, 19-39 мең тонна һөт һатылған.

Дөйөм алғанда республикала 2012 йыл башынан 646 мең тонна һөт һатылған.