Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республиканың 11 ҡалаһында ҡышҡы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте

Иҡтисад

Башҡортостанда үткән ял көндәрендә Яңы йыл алды ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 330 тоннанан ашыу ит, 35 тонна ҡош ите һәм 6,7 тонна бал һатылды. Йәрминкәләр республиканың 11 ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә үтте.

Мәҫәлән, Өфөлә бындай 12 йәрминкә үткәрелде. Дөйөм алғанда төбәктә ике көн эсендә – 15 һәм 16 декабрҙә – 2400-ҙән ашыу сауҙа урыны ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә йәмғеһе 82,8 миллион һумға продукция һатылды. Һыйыр итенең килограмы уртаса – 180-270 һум, сусҡа ите – 150-230 һум, һарыҡ ите – 190-290 һум, йылҡы ите 200-280 һум тәшкил итте.

Ҡаҙ итенең килограмы йәрминкәләрҙә 250-350 һумға, өйрәк ите – 130-300 һумға, тауыҡ ите – 65-280 һумға һатылды. Балдың килоһы 220-400 һумға тәҡдим ителде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡышҡы йәрминкәләр республикала һәр ял көнө һайын 30 декабргә тиклем үткәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть