Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә әзербайжан әҙәбиәте һәм ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе асылды

Сәйәсәт

Өфөнөң 8-се китапханаһында әзербайжан әҙәбиәте һәм ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Сараны ойоштороусылар булып БР Халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамында «Әзербайжан милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай. Күргәҙмә экспонаттары менән ҡунаҡтарҙы БР «Әзербайжан милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Габил Мамедов таныштырҙы.

— Һәр халыҡтың үҙенең мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм телен өйрәнергә мөмкинлеге булһын өсөн Башҡортостанда күп нәмә эшләнә, — тип билдәләне Өфө ҡалаһының «Халыҡтар дуҫлығы» китапханаһы мөдире Роза Әбдиева. – Беҙҙең китапхана байтаҡ милли-мәҙәни үҙәктәр менән хеҙмәттәшлек итә.

Роза Әбдиева әзербайжан әҙәбиәте, шағирҙар һәм яҙыусылар тураһында ентекле һөйләне. Сарала ҡатнашыусыларҙы әзербайжан шағиры Балоглан Джалил да сәләмләне. Шулай уҡ күргәҙмә сиктәрендә Әзербайжандың бөгөнгө тормошон сағылдырған видеопрезентация ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть