6 декабрь, Шишәмбе

17 декабрь 2012 йыл, 15:23

Башҡортостан – инвесторҙар өсөн «минималь хәүефтәр» төбәге

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе буйынса рейтингтың «Минималь хәүефтәр» номинацияһында беренсе урын яуланы.

Икенсе йыл рәттән республика Рәсәй төбәктәре араһында әлеге рейтингтың «Минималь хәүефтәр» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ була. Башҡортостан инвестициялар йәлеп итеү буйынса ҙур мөмкинлектәргә эйә булған Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инде.

Рәсәй төбәктәренең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе буйынса 17-се рейтингты «Эксперт РА» агентлығы төҙөгән. Уның һөҙөмтәләре Мәскәүҙә Х «Төбәктә ҡалаларҙы үҫтереү һәм инвестициялар: иң яҡшы тәжрибәләр һәм яңы йүнәлештәр» бөтә Рәсәй конгресында иғлан ителде.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан уртаса мөмкинлектәргә эйә булған һәм уртаса хәүефле төбәк булараҡ баһалана.

Рейтинг төҙөгәндә эксперттар дөйөм илдәге хәүефтәргә лә баһа биргән. Уларҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, 2011-2012 йылдарҙа Рәсәйҙә иҡтисади үҫеш күҙәтелгән. Икенсе йыл рәттән уртса ил буйынса хәүефтәр кәмей. Экология өлкәһендәге хәүефтәр генә бер аҙ артҡан.