4 декабрь, Йәкшәмбе

17 декабрь 2012 йыл, 14:37

Стәрлетамаҡ районында ауыл халҡына тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса акция үткәрелә

автор: Алик Шакиров

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районында ауыл халҡына тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса акция үткәрелә. Билдәле булыуынса, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен оптималләштереү һәм яңыртыу һөҙөмтәһендә тотош һаулыҡ һаҡлау системаһы үҙгәртеп ҡоролдо, айырыуса был ауыл ерендәге медицина учреждениеларына ҡағылды. Һөҙөмтәлә байтаҡ участка дауаханалары ябылды, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаны ҡыҫҡартылды, кадрҙар дефициты барлыҡҡа килде. Район дауаханаларында ҡайһы бер квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү төрҙәре ҡыҫҡартылды, ә ҡайһы ауылдарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү бөтөнләй туҡтатылды. Атап әйткәндә, Стәрлетамаҡ районының 40 ауылында әлеге ваҡытта бер ниндәй ҙә медицина ойошмаһы юҡ. Шуға күрә ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү маҡсатында Стәрлетамаҡ районында эксперимент булараҡ әлеге акцияны үткәрергә ҡарар ителгән. Уны ойоштороусы булып БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, БР Хирургтар ассоциацияһы президенты, Башҡортостандың Фәндәр академияһы академигы Вил Тимербулатов сығыш яһаны.  

Башҡортостан Республикаһының Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы, район хакимиәте, үҙәк район дауаханаһы ярҙамында әлеге 40 ауылда медицинаға ниндәй ҙә булһа ҡағылышы булған кешеләр – пенсионер фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, медицина өлкәһендә өҫтмә белем алған уҡытыусылар һайлап алынған, уларҙың һәр береһе өсөн аптечкалар әҙерләнгән.

Үткән аҙнала профессор Тимербулатов аптечкала булған изделиеларҙы, медикаменттарҙы ҡулланыу буйынса инструктаж үткәрҙе. Шул иҫәптән волонтерҙарға билдәле табиптар Венер Сәхәүетдинов, Булат Минасов, Вил Тимербулатов менән әҙерләнгән «Юл-транспорт фажиғәләрендә тәүге ярҙам күрһәтеү» исемле методик пособиелар тапшырылды. Стәрлетамаҡ районының Үҙәк район дауаханаһы белгестәре халыҡҡа үҙҙәре теләп ярҙам итергә тотонғандарға даими рәүештә методик, консультацион ярҙам күрһәтәсәк. 3-4 айҙан был яңы йүнәлештең һөҙөмтәләре тикшереләсәк.

«Башинформ» агентлығына БР Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы президенты Азамат Ғөбәйҙуллин хәбәр итеүенсә, яңы эшмәкәрлектең киләһе этабы – ошондай уҡ хеҙмәтте Миәкә районында ойоштороу.