8 декабрь, Кесе йома

17 декабрь 2012 йыл, 12:35

Башҡортостанда һыуыҡ һауа торошо һаҡлана

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда һыуыҡ һауа торошо һаҡлана. Алдағы дүрт көндә һауа температураһы төндә республиканың ҡайһы бер райондарында минус 27 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы минус 18 градус күрһәтәсәк, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән.

Алдағы көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй. Йома, 21 декабрҙән, синоптиктар һауа температураһының төндә – минус 25 градусҡа тиклем, көндөҙ минус 10 градусҡа тиклем бер аҙ күтәрелеүен күҙаллай.

темалар: һауа торошо