Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Йыл башынан алып республикала 12654 кеше эштән бушатылған

Иҡтисад

Башҡортостанда 2012 йыл башынан алып 232 ойошма 14189 кеше тураһында хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу тураһында яҡынса мәғлүмәт тәҡдим иткән. Уларҙан моноҡалаларҙан – 1440 кеше тураһында 31 ойошма мәғлүмәт тәҡим иткән. Был хаҡта БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ғәмәлдә 12654 хеҙмәткәр эштән бушатылған, уларҙан 8657 кеше икенсе эшкә урынлаштырылған. Республиканың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә был ваҡыт эсендә 2367 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙан 1613 кеше эшһеҙ тип танылған, 246 кеше эшкә урынлаштырылған.

Декабрь башына мәғлүмәттәр буйынса, тулы булмаған эш көнө (аҙнаһы) режимында төбәктә 6072 кеше эшләгән. 113 хеҙмәткәр административ отпускыға китергә мәжбүр булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть