7 декабрь, Шаршамбы

17 декабрь 2012 йыл, 11:18

Өфөлә кадрҙар әҙерләү программаһына 15 йыл тулыу айҡанлы Президент балы үтте

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Андрей Старостин

Өфөлә халыҡ хужалығы тармаҡтары өсөн идара итеүсе кадрҙар әҙерләү президент программаһына 15 йыл тулый уңайынан Президент балы үткәрелде. Байрамды ойоштороусылар булып БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы сығыш яһаны.

Сараны асып, БР Хөкүмәте Премьер-министры Евгений Маврин белем алыуҙың һәр уңышлы кешенең тормошонда мөһим роль уйнауын билдәләне.

– Президент программаһы сиктәрендә үткән юлығыҙ һеҙҙе шәхси еңеүҙәргә түгел, ә йәмғиәтебеҙ, тыуған яҡ именлегенә хеҙмәт итәсәк уңыштарға илтәсәк. Программаны тамамлаған кешеләр Ватаныбыҙҙы, илдең иҡтисадын ҙур һөҙөмтәләргә килтерергә тейеш, — тип билдәләне Евгений Маврин.

БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев билдәләүенсә, Федераль программалар араһында әлеге программа иң оҙайлыһы.

– 15 йыл – ул бик күп ваҡыт, ул йыл һайын программаға ингән 100-130 кеше. Улар тик белем аша ғына уңыштарға өлгәшеп булыуын аңлай. Был һеҙҙең шәхси уңыш программаһы, артабан унан республика һәм тотош ил уңышы формалашасаҡ,- тине Сергей Лаврентьев.

Тантаналы сарала дәүләт власы органдары вәкилдәре, белем биреү учреждениелары, коммерция компаниялары, ҙур предприятиелар етәкселәре ҡатнашты.

Шулай уҡ сара сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһының презентацияһы үтте, уны тамамлаусыларҙың иң яҡшы проекттары күргәҙмәһе ойошторолдо, программала ҡатнашыусылар сығыш яһаны.