10 декабрь, Шәмбе

17 декабрь 2012 йыл, 10:00

Башҡортостан Президенты Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йома, 14 декабрҙә, Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Миҙалдар, ордендар һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре исемдәрен һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре вәкилдәре – йәмғеһе 14 кеше алды.

Тантаналы сараны асып, Рөстәм Хәмитов ҡатнашыусыларға республиканы һәм дөйөм илде үҫтереүгә өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

— Был наградаларға барығыҙ ҙа лайыҡ. Һеҙ – танылған кешеләр, күптәр, шул иҫәптән йәштәр һеҙҙән өлгө ала, — тип билдәләне Президент.

Үтеп барған йылға йомғаҡ яһап, төбәк башлығы йылдың яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланыуы хаҡында әйтте.

— Бөтә йүнәлештәр буйынса ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелде. Республикала ҙур форумдар, халыҡ-ара кимәлдәге саралар үткәрергә тырышабыҙ. Инвесторҙар беҙгә килә. Ә һеҙ был ыңғай позицияларбыҙҙы нығытаһығыҙ.

Почет орденына СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Мөбәрәкова лайыҡ булды. II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалдары менән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты директоры Венер Вәхитов һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра профессоры Миләүшә Мортазина билдәләнде.

Шулай уҡ төрлө өлкәләҙә Рәсәйҙең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре исемдәре тапшырылды. Республика Президенты ҡулынан наградаларҙы табиптар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре алды.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы исеменә Республика клиник онкология диспансерының бүлек мөдире Василий Пушкарев лайыҡ булды.

«Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалдарын Урман ауылы кешеләре лә алды. Улар 2011 йылда Иглин районындағы хәрби келәттә боеприпастар шартлаған ваҡытта унлаған кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Наградланыусылар араһында – мәктәп уҡытыусыһы Надежда Метельская, ике водитель – Андрей Кучеров һәм Рауил Минекәев, фермерлыҡ хужалығы башлығы Александр Минеев.

Сара һуңында республика Президенты наградланыусыларға рәхмәтен белдерҙе һәм республика именлегенә эшләүҙәрен дауам итеүҙәрен теләне.