9 декабрь, Йома

14 декабрь 2012 йыл, 16:51

Өфөлә БР Профсоюздар федерацияһы Советының IV пленумы үтте

автор: Людмила Терновая

Өфөлә БР Профсоюздар федерацияһы Советының IV пленумы үтте. Унда ҡатнашыусылар бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә килеп тыуған һорауҙарҙы, атап әйткәндә, «Һаулыҡ», «Земство табибы» милли проекттарын, тармаҡты яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыу һәм уны арзаныраҡ итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Пленум эшендә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм БР Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды вәкилдәре ҡатнашты.

«Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюздары» республика ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Роза Әминова һөйләүенсә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге программаларҙы тормошҡа ашырыу барышында килеп тыуған төп мәсьәләләрҙе билдәләү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын табыу пленумдың төп маҡсаты булып тора.

— Һаулыҡ һаҡлау системаһында проблемалар килеп тыуғанда профсоюздар ситтә ҡалмай, — тип белдереҙе Роза Әминова. – Беҙҙә власть органдары, учреждениелар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Социаль партнерлыҡ принцибы буйынса килеп тыуған барлыҡ мәсьәләләр ҙә урындарҙа ғәмәлдәге закондар сиктәрендә хәл ителә. Шулай уҡ беҙ республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ.

Пленум һөҙөмтәләре буйынса тәҡдимдәр әҙерләнде. Улар иҫәбендә – теге йәки бел программаларҙы тормошҡа ашырыу барышында килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә төрлө кимәлдәге профсоюз ойошмаларының әүҙемерәк ҡатнашыуы. Шулай уҡ улар һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләү, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү мәсьәләләре буйынса күҙәтеү алып барырға тейеш.