10 декабрь, Шәмбе

14 декабрь 2012 йыл, 15:52

Рөстәм Хәмитов: «Муниципалитет – дәүләт структураһы түгел, ә халыҡ үҙидараһы институты»

автор: Ғәлиә Нәбиева

– Урындағы үҙидара иҡтисади һәм социаль сәйәсәттә уға бүленгән ролде әле яңы саҡ үҙләштерә башланы, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан муниципаль берәмектәренең IV съезында сығыш яһап.

Республика башлығы билдәләүенсә, тотош йәмиғәттә лә, муниципаль кимәлдә лә үҙенең проблемалары бар. Һәм муниципаль берәмектәрҙең съезы урындағы үҙидараны үҫтереү кеүек мөһим эштә «сәғәтте көйләү», проблемаларҙы тикшереп, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү өсөн яҡшы сәбәп булып тора.

Президент хәбәр итеүенсә, һуңғы йыл ярым эсендә республикала урындарҙа депутаттар корпусы яңыртылды, муниципалитеттарҙа яңы етәкселәр тәғәйенләнде.

— Был дөйөм алғанда йылдам эшмәкәрлек алып барылыуы хаҡында һөйләй, кадрҙар потенциалы яңыртыла, йәмғиәтебеҙҙе үҫтереү буйынса яңы тәҡдимдәр әҙерләнә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Уның фекеренсә, быларҙың барыһы ла республика үҙенең алдына ҡуйған бурыстарҙы үтәү өсөн кәрәк.

— Беҙ йылдам үҫешкән алдынғы төбәктәр иҫәбендә позицияларыбыҙҙы нығытырға тейешбеҙ. Айырым йүнәлештәр буйынса, ә һуңынан дөйөм алғанда ла алға китеү өсөн беҙҙә барлыҡ мөмкинлектәр бар. Беҙҙең республика йәш, ҡеүәтле, иҡтисади йәһәттән үҫешкән һәм, әлбиттә, беҙ лидер төбәктәр исемлегендә булырға бурыслыбыҙ, — тине Президент.

Съезда төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү һөҙөмтәләре әйтеп ишеттерелде, улар иң амбициялы пландарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

Рөстәм Хәмитов бындай пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа урындағы үҙидара органдарының мөһим роль уйнауын билдәләне.

— Урындағы үҙидара иҡтисади һәм социаль сәйәсәттә уға бүленгән ролде яңы саҡ үҙләштерә башланы. Был өлкәлә илдең тәжрибәһе ҙур түгел. Урындағы үҙидараның айырым элементтары ғына булды. Ысынында иһә дәүләт һәм урындағы власть араһындағы сик шартлы рәүештә генә билдәләнде һәм әле лә шулай. Хәлде ошо рәүешле ҡабул итеү әле булһа популяр, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.  

Башҡортостан Президенты фекеренсә, муниципалитеттың дәүләт структураһы түгел, ә айырым, үҙ аллы власть кимәле – халыҡ үҙидараһы институты булыуын йәмғиәт әле булһа аңламай.

Бындай хәлдең сәбәптәре араһында Рөстәм Хәмитов муниципалитеттарҙың финанс йәһәттән дәүләткә бәйле булыуын атаны.

— Тейешле кимәлдә финансланмау арҡаһында, муниципалитеттар бөгөн үҙ аллы сәйәсәт алып бара алмай, йәғни уларҙың тәртип булдырыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөмкинлектәре юҡ, — тип билдәләне төбәк башлығы.

Муниципалитеттарҙа проблемалар етерлек: федераль ҡануниәткә һәр ваҡыт үҙгәрештәр индереүҙән килеп тыуған ығы-зығы, матди йәһәттән тейешле кимәлдә тәьмин ителмәү, эш хаҡы кимәленең түбән булыуы, кадрҙарға ҡытлыҡ, мөлкәт һәм ергә ҡағылышлы бәхәстәр, һыу, газ менән тәьмин итеү, юлдар төҙөү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн етди саралар күреү зарур.

— Урындағы бюджеттарҙың килемен арттырырға кәрәк, — тип билдәләне Президент. – Әлегә уларҙың 70 проценттан ашыуы республика ресурстары иҫәбенә формалаштырыла.

Хәлде төҙәтеү буйынса саралар күреү өсөн бөтә район һәм ҡалаларҙа 2015 йылға тиклем төбәктәрҙе социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса комплекслы программалар әҙерләнгән.