Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Баш ҡаланың белем биреү учреждениеларында Яңы йыл кисәләре 20 декабрҙә башлана

Йәмғиәт

Өфөнөң балалар белем биреү учреждениеларында Яңы йыл кисәләренә әҙерлек бара. Быйыл улар 20 декабрҙә башланып, 28-енә тиклем дауам итәсәк.

Ҡаланың мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, байрам сараларында урта һәм башланғыс кластарҙа белем алған 80 мең уҡыусы ҡатнашасаҡ. 30 меңдән ашыу бала өҫтәмә белем биреү учреждениеларының Яңы йыл кисәләренә саҡырылған. Баш ҡаланың мәҙәниәт үҙәктәренә 44 меңдән ашыу бала барасаҡ, уларҙа театрлаштырылған тамашалар ойоштороу ҡаралған. Өлкән класс уҡыусылары бал-маскарад, карнавал һәм дискотекаларҙа ҡатнашасаҡ.

Бала баҡсаларында Яңы йыл байрамдары 45 мең сабый өсөн ойошторола.

Бынан тыш, декабрь дауамында белем биреү учреждениеларында төрлө конкурстар үткәреү, Ҡыш Бабайҙың оҫтаханаларын ойоштороу планлаштырыла.

Теги: яңы йыл
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть