7 декабрь, Шаршамбы

14 декабрь 2012 йыл, 11:09

Республикала эшһеҙҙәрҙең 64 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә иҫәптә торған эшһеҙҙәрҙең 64 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар. Рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәрҙең 42 проценты ауыл ерендә йәшәй.

БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө эшһеҙҙәрҙең 22 процентын – 16-29 йәштәрҙәгеләр, 11 процентын пенсия алды йәшендәге кешеләр тәшкил итә.

Республикала дөйөм алғанда рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле декабрь башында иҡтисади йәһәттән әүҙем граждандарҙың 1,22 процентын тәшкил итте. Өфөлә был күрһәткес – 1,29 процентҡа, республиканың башҡа ҡалалары буйынса – 1,16 процентҡа, райондар буйынса 1,37 процентҡа тиң.

Иң юғары эшһеҙлек кимәле күҙәтелгән территориялар иҫәбенә түбәндәге төбәктәр инде: Ағиҙел (6,67%), Межгорье (2,51%) ҡалалары, Дыуан (2,25%), Бөрйән (2,24%) һәм Архангел (2,15%) райондары.