5 декабрь, Дүшәмбе

14 декабрь 2012 йыл, 9:58

Рөстәм Хәмитов Әлшәй районында булды

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

13 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әлшәй районында булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Линда ауылы янында республика башлығы «Башҡортостан бройлеры» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡошсолоҡ комплексының беренсе сиратын төҙөү барышын тикшерҙе. Комплекс йылына 90 миллион йомортҡа һәм 115 мең тонна ит етештереүгә иҫәпләнгән. Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме 14 миллиард һум тәшкил итә. Комплекстың беренсе сираты 2013 йылда асыласаҡ, ә 2014 йылда ул тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ, тип планлаштырыла. Икенсе сират 2013 йылда төҙөлә башлаясаҡ.

Рөстәм Хәмитов беренсе сират объекттарын һәм икенсе сираттың буласаҡ етештереү майҙансығы макетын ҡараны. «Башҡортостан бройлеры» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте проектының баш консультанты Томас Лот билдәләүенсә, файҙаланыуға тапшырылғандан һуң яңы ҡошсолоҡ комплексы донъялағы иң заманса һәм рентабелле предприятиеларҙың береһе буласаҡ.

Башҡортостан Президенты проектлаусыларҙан производство ҡалдыҡтарының нисек утилләштереләсәге хаҡында ҡыҙыҡһынды. Бының өсөн предприятиела махсус цех төҙөләсәк.

«Республикала органик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү комплекстары етерлек кимәлдә түгел, шуға күрә уларҙы запас менән төҙөргә кәрәк», – тине Рөстәм Хәмитов.

«Башҡортостан бройлеры» компанияһы етәкселеге менән осрашыу барышында билдәләнеүенсә, был инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа республика һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк. «Беҙ һеҙҙең менән иң мөһим нәмә тураһында һөйләштек – был проект өҫтөндә бергәләп эшләйәсәкбеҙ», – тине Рөстәм Хәмитов.

Раевка ауылында Башҡортостан Президенты шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү буйынса «Раевсахар» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте заводында булды. Быйыл бында 219 мең тонна сөгөлдөрҙән 30 мең тонна шәкәр етештерелгән. Предприятиела даими нигеҙҙә 720 кеше эшләй.

Рөстәм Хәмитов комплекстың лабораторияһын, автоматлаштырылған идара итеү үҙәген ҡараны. Завод етәкселеге менән осрашыу барышында предприятиены финанстар менән тәьмин итеү һәм производствоны яңыртыуға аҡса йүнәлтергә әҙер булған инвесторҙарҙы йәлеп итеү буйынса саралар тикшерелде. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, заводты үҫтереү өсөн яҡынса 150 миллион һум аҡса талап ителә.

Шулай уҡ Әлшәй районы үҙәгендә республика Президенты яңы бала баҡсаһы төҙөлөп ятҡан майҙансыҡта булды, учреждение 110 урынға иҫәпләнгән. Подрядсылар бала баҡсаһын 2013 йылдың июлендә файҙаланыуға тапшырырға планлаштыра. Бөгөнгө көнгә төҙөлөш эштәрен башҡарыуға республика бюджетынан бүленгән 65 миллион һум аҡсаның 12 миллионы үҙләштерелгән.