10 декабрь, Шәмбе

13 декабрь 2012 йыл, 18:22

Хәйҙәр Вәлиев: «Үҙәк һайлау комиссияһы һәм партиялар – һайлау процесында тиң партнерҙар»

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

БР Үҙәк һайлау комиссияһы һәм сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре осрашыуында Башҡортостанда һайлауға әҙерлек барышында һәм уны үткәргәндә һайлау комиссиялары менән сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләренең килешеп эш итеү мәсьәләһе тикшерелде.

— Һайлау процесында беҙ һеҙҙең менән тиң партнерҙар булып торабыҙ, — тигән фекерен белдерҙе БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. – Шуға күрә бөтәбеҙ өсөн дә бер булған закон сиктәрендә үҙ-ара конструктив мөнәсәбәттәр булдырырға тейешбеҙ. Беҙҙең хеҙмәттәшлек берҙәмлеккә әүерелергә тейеш. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булараҡ, ғәмәлдәге закондар нигеҙендә һеҙҙең һәр берегеҙ менән эшләргә әҙер булыуыбыҙ хаҡында белдерәм.

Артабан БР Үҙәк һайлау комиссияһы менән сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләренең берлектә эшмәкәрлек алып барыу варианттары тикшерелде. Хәйҙәр Вәлиев һөйләүенсә, ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы, партияларҙың, шулай уҡ комиссияларҙың эшләү форматы үҙгәрергә тейеш.

Төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда сәйәси партияларҙың 24 төбәк бүлексәһе теркәлгән. Һуңғы һайлауҙарҙа (муниципаль район Советтарына депутаттар һайлау) партияларҙың ун төбәк бүлексәһе ҡатнашҡан.

— Республикала барлыҡ сәйәси партияларҙың тигеҙлеге тәьмин ителә, — тип билдәләне Комиссия рәйесе.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Нәйлә Алтынова билдәләүенсә, алда ҙур яуаплылыҡ талап иткән һайлау кампанияһы көтә. Шуға күрә партия вәкилдәренә һайлау кампанияһында ҡатнашыусыларҙың вәкәләттәре һәм бурыстары билдәләнгән ҡануниәт нормаларына иғтибар итеү зарур.