8 декабрь, Кесе йома

13 декабрь 2012 йыл, 16:41

Төбәктә участка һайлау комиссияларының даими составы формалаштырыласаҡ

автор: Людмила Терновая

Өфөлә үткән түңәрәк өҫтәлдә участка һайлау комиссияларын даими нигеҙҙә биш йылға формалаштырыу мәсьәләһе тикшерелде. Осрашыуҙа БР Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге һәм төбәк бүлексәләре республикала теркәлгән сәйәси партиялар вәкилдәре ҡатнашты.

— Яңы федераль закон үҙ көсөнә инде, уға ярашлы, участка һайлау комиссиялары биш йылға һайланасаҡ, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына БР Үҙәк һайлау коммиссияһы секретары Марина Долматова. – Шуға күрә уларҙы формалаштырыу буйнса алда беҙҙе ҙур эш көтә. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы яңы закон нормаларын үтәү срогын 30 апрелгә билдәләне. Беҙ был эште Башҡортостанда алдағы йылдың тәүге өс айында башҡарып сығырға ҡарар иттек. Беҙҙе алда участка һайлау комиссияларын ғына түгел, ә уларҙың резерв составын да формалаштырыу буйынса ҙур эш көтә. Төбәктә һайлау кампаниялары ваҡытында уртаса 3,5 мең участка һайлау комиссияһы булдырылыуын, шулай уҡ уларҙың һәр береһендә унға яҡын кешенең эшләүен иҫәпкә алғанда, был ғәйәт ҙур эш.

Шулай итеп, 35 мең кешенән торған штат һәм шундай уҡ күләмдәге резерв булдырыу талап ителә. Тейешле закон ҡабул ителгәнгә тиклем һайлау комиссиялары һайлау кампаниялары ваҡытында тауыш биреү көнө алдынан 45 көн алдан формалаштырылды. Ә уларҙың вәкәләттәре һайлау һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарғандан һуң ун көн үткәс туҡтатылды.