10 декабрь, Шәмбе

13 декабрь 2012 йыл, 15:33

Өфөлә инвалид студенттар өсөн дөйөм ятаҡ төҙөләсәк

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән студенттар өсөн тәүге ятаҡ проектлана башлаған. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү эштәренә бюджеттан биш миллион һум аҡса бүленгән. Социаль объект Совет районында төҙөләсәк.

Күп ҡатлы бинала инвалидтар өсөн мөмкин тиклем уңайлы мөхит булдырыу планлаштырыла. Бында пандустар, лифттар, киң ишектәр ҡуйыласаҡ.

Дөйөм ятаҡта юғары уҡыу йорттарынан ғына түгел, урта махсус белем биреү учреждениеларынан да студенттар йәшәйәсәк. Бина проектын әҙерләүҙә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты белгестәре ҡатнашҡан. Был уҡыу йорто мөмкинлектәре сикләнгән студенттарға белем биреү буйынса төбәктең эксперименталь майҙансығы булып тора.

темалар: социаль яҡлау