Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Әбйәлил районында йәш ғаиләләр социаль түләүҙәр алды

Сәйәсәт

Әбйәлил районы хакимиәтендә 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү республика программаһы сиктәрендә йәш ғаиләләргә балаһы (балалары) тыуғанда (уллыҡҡа алынғанда) социаль түләүҙәр алыуға танытмалар тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Торлаҡ сертификаттарын 10 йәш ғаилә алды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Социаль түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 2 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Минималь түләү – 81 мең 360 һум, иң ҙуры 271 мең 200 һум күләмендә бирелде.

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов йәштәрҙе ҡотлап, бының йәш ғаиләләр өсөн ҙур дәүләт ярҙамы булыуын билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть