Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт университеты кафедралары «Рәсәйҙең алтын кафедралары» тип танылды

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында эшләп килгән ике кафедра «Рәсәйҙең алтын кафедраһы» дипломдарына лайыҡ булды. Рәсәйҙең Тәбиғәт фәндәре академияһы Президиумы бындай юғары награда менән психология һәм татар һәм сыуаш филологияһы кафедраларын «илдең мәғариф системаһын үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәләне.

Рәсәй Фәндәр академияһының сираттағы ултырышында Евросоюз менән булдырылған абруйлы наградалар менән Стәрлетамаҡ филиалы хеҙмәткәрҙәре лә наградланды. Ултырышты профессор Парваз Берзигиаров, Рәсәй Фәндәр акдемияһының вице-президенты ярҙамсыһы Сергей Алдошин, философия фәндәре докторы, профессор Фернандо де Мело алып барҙы.

Кафедра мөдирҙәре Анатолий Маджуга (психология кафедраһы) һәм Илшат Насипов (татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы) уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге һәм үҙенсәлекле тикшеренеүҙәр үткәргәне өсөн Блез Паскальдың алтын миҙалына лайыҡ булды. Ә уларҙың кафедралары Европа ғилми-сәнәғәт палатаһының мәғариф һәм фән бүлеге тарафынан дипломдар менән наградланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть