Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан парламентарийҙары Яңы йыл алдынан республика студенттарына ярҙам күрһәтә

Сәйәсәт

Яңы йыл алдынан БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты депутаттары ауыр тормош шарттарында ҡалған студенттарға ярҙам итеү өсөн средстволар йыйҙы. Комитетта республиканың юғары уҡыу йорттарында белем алған бер нисә йәш кешегә байрам алдынан ярҙам итеү йолаһы йәшәп килә.

— Беҙҙең депутаттар аҡса йыйып, уларҙы матди ярҙам булараҡ студенттарға тапшыра, — тип һөйләне Комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков. – Ғәҙәттә, средстволар бер йәки ике студентҡа йүнәлтелә. Кандидатуралар һайлауҙа Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары ярҙам итә. Күпселек осраҡта был күп балалы ғаиләләрҙән көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар. Былтыр, мәҫәлән, яңыраҡ әсә булған студентҡа ярҙам иттек. Ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында ул балаһын яңғыҙ тәрбиәләргә мәжбүр. Бындай ярҙам ҙур проблемаларҙы хәл итмәһә лә, ауыр тормош шарттарында йыш ҡына ҙур ярҙам булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть