6 декабрь, Шишәмбе

12 декабрь 2012 йыл, 17:57

Өс балалы ғаилә Рәсәй өсөн норма булырға тейеш, тип иҫәпләй Владимир Путин

автор: Людмила Терновая

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә демографик үҫеш буйынса төбәк программаларын булдырыу кәрәклеген билдәләне.

— Рәсәй суверенлы һәм көслө булһын өсөн, беҙ күберк булырға һәм әхлаҡ, компетенциялар, хеҙмәт, ижад йәһәтенән яҡшыраҡ булырға тейешбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. – Бөгөн Рәсәйҙең 20-40 йәштәрҙәге әүҙем, йәш, эшкә яраҡлы халҡының өлөшө – донъяның үҫешкән илдәрендә иң юғарыларҙың береһе булып тора. Әммә бер ниндәй ҙә саралар күрелмәһә, 20 йылдан һуң бындай йәштәге кешеләрҙең һаны бер ярым тапҡырға кәмергә мөмкин.

Рәсәй дәүләте башлығы һүҙҙәренсә, үткән ун йыллыҡта ҡабул ителгән демографик программалар бөгөн уңышлы ғәмәлләштерелә. Илдә халыҡ һаны тотороҡланды ғына түгел, арта ла башланы. Ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында ул 200 мең кешегә артты. Шул уҡ ваҡытта илдең яңы тарихында тәүгә биш ай рәттән халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә.

Владимир Путин демографик үҫеш буйынса төбәк программаларын булдырыу тәҡдиме менән Рәсәй субъекттары башлыҡтарына мөрәжәғәт итте.

— Минеңсә, өс балалы ғаилә Рәсәйҙә нормаға әүерелергә тейеш. Былай булһын өсөн, күп нәмәләр эшләнергә тейеш, — тине ил башлығы.

Владимир Путин һүҙҙәренсә, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыу зарур, улар, икенсе һәм унан һуңғы бала табыу карьераға, яҡшы эшкә юл ябасаҡ, йорт мәшәҡәттәре менән генә сикләнергә мәжбүр итәсәк, тип хәүефләнергә тейеш түгел. Рәсәй Президенты әлеге ваҡытта тормошҡа ашырылған сараларҙы билдәләне – бала баҡсаларына сираттар мәсьәләһен хәл итеү, балалы ҡатындар өсөн ҡайтанан һөнәри белем биреү программаһы һәм башҡалар.

— 2000 йыл башына Рәсәйҙә халыҡ һаны йыл һайын бер миллион кешегә кәмене, — тип хәбәр итте Владимир Путин. – Был афәтте туҡтатып булмаясаҡ кеүек тойолдо. Демографияға ҡағылышлы прогноздар ил өсөн һуңғы хөкөм кеүек яңғыраны. Әммә был тенденцияны туҡтата алдыҡ. Демографик программалар ғәмәлләштерелә башлағандан алып илдә халыҡ һаны тотороҡланды. 2010 йылдан алып ул арта башланы. Был беҙҙең төп ҡаҙаныш.

Башҡортостанда иһә демографик хәл алдараҡ яҡшыра башланы. 2008 йылдан алып тыуым 7,5 процентҡа артты. Республикала үлемдең 4,5 процентҡа кәмеүе һөҙөмтәһендә һуңғы өс йылда халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә. Төбәктә уртаса ғүмер оҙонлоғо 68 йәштән 70-кә тиклем артты.