10 декабрь, Шәмбе

12 декабрь 2012 йыл, 15:35

Йәш спортсыларға Башҡортостан Президентының исемле стипендиялары тапшырылды

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Шаршамбы, 12 декабрҙә, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында республика Президенты стипендиаттарына дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте. Сараны төбәктең спорт министры Андрей Иванюта үткәрҙе.

— Бөгөн беҙ иң яҡшы уҡыусыларыбыҙға, спортсыларыбыҙға стипендиялар тапшырабыҙ, — тине Андрей Иванюта, сараны асып. – Һеҙ барығыҙ ҙа уҡыуҙа тик бишкә, дүрткә генә өлгәшәһегеҙ, өҫтәүенә спортта ла яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәһегеҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Бындай егет һәм ҡыҙҙарға һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ, сөнки һеҙ – беҙҙең киләсәк.

Быйыл стипендияға түбәндәге уҡыусылар лайыҡ булды: Руфина Әйүпова (шашка, З.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусыһы, Ишембай), Марат Бакиров (фехтование, 100-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, Өфө), Дарья Балаба (теннис, 35-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы, Өфө), Милена Быкова (сноуборд, 6-сы лицейҙың 9-сы класс уҡыусыһы, Өфө), Евгения Верзакова (өҫтәл теннисы, Балаҡатай районы Ямаш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы), Ольга Валекжанина (спорт гимнастикаһы, 32-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы, Стәрлетамаҡ), Нәйлә Ғәлина (гер спорты, Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы), Рөстәм Ғәлин (велоспорт, Башҡорт гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы, Ағиҙел), Тимур Минһажев (тхэквондо, 5-се лицейҙың 9-сы синыф уҡыусыһы, Өфө), Асҡар Миңлебаев (баскетбол, 38-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы, Өфө), Артур Миңлеғужин (шашка, 1-се гимназияның 5-се класс уҡыусыһы, Ишембай), Лев Осыка (фехтование, 5-се республика мәктәп-интернатының 11-се класс уҡыусыһы, Өфө), Регина Ризуанова (атыу, 85-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, Өфө), Маргарита Рябченко (дзюдо, 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, Салауат), Алһыу Рәхимова (баскетбол, Ауырғазы районы Толбазы ауылы лицейының 6-сы класс уҡыусыһы), Артур Сәйфетдинов (йөҙөү, һуҡырҙар спорты, 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, Стәрлетамаҡ), Дмитий Тюрин (тау саңғыһы спорты һәм сноуборд, 5-се лицейҙың 9-сы класс уҡыусыһы, Өфө), Светлана Үтәгәнова (еңел атлетика, 1-се лицейҙың 9-сы класс уҡыусыһы, Салауат), Эмиль Чиглинцев (триатлон, 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-сы класс уҡыусыһы, Ағиҙел) һәм Екатерина Чистякова (бейеү спорты, 155-се лицейҙың 8-се класс уҡыусыһы, Өфө).

Бынан тыш, «бишле» билдәләренә генә өлгәшкән спортсылар әҙерләгәне өсөн тренер-уҡытыусылар министрлыҡтың рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Улар: Владимир Мильшин (шашка, Ишембай), Галина Сорокина (фехтование, Өфө), Сергей Лебедев (теннис, Өфө), Наталья Кизина (тау саңғыһы спорты, Өфө), Владимир Ушаков (өҫтәл теннисы, Балаҡатай районы), Гөлшат Сарычева (спорт гимнастикаһы, Стәрлетамаҡ), Зиннур Боҫҡонов (Бөрйән районының урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы), Анатолий Алексеев (велоспорт, Ағиҙел), Олег Ештуков (тхэквондо, Өфө), Руслан Боков (баскетбол, Өфө), Игорь Федеров (шашка, Ишембай), Рәмил Әйүпов (фехтование, Өфө), Виктор Гулак (атыу, Өфө), Лилиә Осипова (дзюдо, Салауат), Айҙар Баҡыев (баскетбол, Ауырғазы районы), Александр Живаев (йөҙөү, Стерлетамаҡ), Татьяна Матюнина (еңел атлетика, Салауат) һәм Римма Кондусова (бейеү спорты, Өфө).