11 декабрь, Йәкшәмбе

12 декабрь 2012 йыл, 14:28

Күп функциялы үҙәктәр Башҡортостандың йәнә дүрт ҡалаһында асыласаҡ

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Күп функциялы үҙәктәр системаһы әүҙем үҫтереләсәк. Өфөләге Үҙәк офис уның һөҙөмтәле булыуын һәм һорау менән ҡулланылыуын күрһәтте: ярты йыл эсендә граждандарҙың 20 меңгә яҡын мөрәжәғәте эшкәртелде.

— Яңы филиал Күмертауҙа асылды, шулай уҡ Октябрьскийҙа һәм Өфөлә йәнә бер филиал асылырға тора, — тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ултырышта вице-премьер Евгений Маврин. – 2013 йылда Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Нефтекама, Белорет ҡалаларында филиалдар асыу планлаштырыла.

Дөйөм алғанда, Евгений Маврин һүҙҙәренсә, программаға ярашлы, республикала Күп функциялы үҙәктең 32 офисын асыу ҡаралған. 2013 йылда Үҙәк компетенцияһына Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең, һалым хеҙмәтенең һәм кадастр палатаһының хеҙмәттәре күсәсәк. Шулай уҡ Рәсәй почтаһы бүлексәләре нигеҙендә күп функциялы үҙәктәр һәм бер мобиль офис асыу планлаштырыла.