4 декабрь, Йәкшәмбе

12 декабрь 2012 йыл, 13:36

Өфөлә Төньяҡ Кавказда һәләк булған хәрбиҙәрҙе иҫкә алдылар

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Андрей Старостин

Өфөлә Чечняла һуғыш башланыуға 18 йыл тулыуға арналған саралар уҙғарылды, «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте, йыйылыш ойошторолдо.

Сараны ойоштороусылар булып республиканың Хәрби комиссариаты ярҙамында «Ветеран» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты сығыш яһаны.

— Акция Чечняла хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә араналды. Бындай яугирҙарҙың туғандары һәм яҡындары дәүләттең фажиғәле һәләк булған егеттәрҙе онотмауын белергә тейеш. Ә йәштәргә тарихты белергә һәм өлкән быуын менән ғорурланырға кәрәк, — тине йәштәр ведомствоһы вәкиле Александра Акулинина.

Хәрби комиссар ярҙамсыһы Рим Мусин Рәсәй Афғанстан ветерандары союзы Башҡортостан төбәк ойошмаһының Өфө ҡала бүлексәһе идараһы рәйесе Илдар Бәҙретдиновҡа сәләмләү хатын тапшырҙы.

Тантаналы сара хәрби-патриотик клубтарҙа шөғөлләнеүселәрҙең сығыштары һәм матур концерт менән тамамланды.