Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала «Йәшлек шоу-2012» фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

«Йәшлек шоу-2012» республика йәштәр фестиваленең гала-концерты 15 декабрҙә Өфөнөң Конгресс-холында үтә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.

Концертта Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан, Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Учалы ҡалаларынан 20-нән ашыу ҡатнашыусы сығыш яһаясаҡ.

Йәш йырсылар менән бер рәттән үҙҙәренең концерт номерҙарын Сәғиҙулла Байегет, Радик Юлъяҡшин, Роберт Юлдашев, Урал Иҙелбаев, МС Баш, Ниғмәт, DJ Хан һәм «Каруанһарай», «Аҡ йондоҙ», «Шау-шоу», «Дарман», «Һомай» төркөмдәре тәҡдим итәсәк.

Иң яҡшыларын компетентлы жюри һайлап аласаҡ. Жюри составында – продюсер Заһир Ҡотлосурин, Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Айгөл Ҡужахмәтова, «БашАрт» компанияһы директоры Заһир Ишкинин һәм йырсы Рөстәм Ғизәтуллин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть