8 декабрь, Кесе йома

12 декабрь 2012 йыл, 11:45

Өфөлә төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен иң яҡшы тәржемә итеүселәр наградланды

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙәң II «Аҡ Торна» халыҡ-ара конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Бәйге тәүгә 2011 йылда үткәрелде һәм шунда уҡ Рәсәйҙә генә түгел, төрки телле халыҡтар йәшәгән башҡа илдәрҙә лә мөһим ваҡиғаға әүерелде.

«Аҡ Торна»-2012 конкурсына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Литва, Молдова, Үзбәкстан, Украинанан йәмғеһе 286 эш ҡабул ителде. Билдәле ҡаҙаҡ шағиры һәм яҙыусыһы Бахытжан Канапьянов рәйеслегендәге жюри ҡатнашыусыларҙың профессиональ кимәлен юғары баһаланы.

Байрамға «ТӨРКСОЙ» Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһының генераль секретары урынбаҫары Пурташ Фырат, БР Мәҙәниәт министрлығының «ТӨРКСОЙ»-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов, Анкара ҡалаһының Этимесгут районы мэры урынбаҫары Сонат Алаатин (Төркиә), фәндәр докторы, Гази университеты уҡытыусыһы, башҡорт яҙыусыһы Динис Бүләковтың романдарын төрөк теленә тәржемә иткән Калкан Нигяр, «Аҡ Торна»-2012 конкурсы жюрийы рәйесе Бахытжан Канапьянов һәм жюри ағзаһы, Өфө яҙыусыһы Марсель Сәлимов саҡырылды,тип хәбәр иттеләр бәйгенең ойоштороу комитетынан.

Әлбиттә, конкурста ҡатнашыусылар – Баку, Абакан, Силәбе, Алматы, Ишембай, Астрахань, Симферополь, Ҡазан, Санкт-Петербургтан килгән тәржемәселәр байрамдың төп ҡунаҡтары булды. Сарала Өфөнән дә тәржемәселәр ҡатнашты.

Кисә матур шоу-программа менән асылды, унда үткән йылда конкурста ҡатнашҡан шиғри тәржемәләр, уларға яҙылған йырҙар яңғыраны.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса «Фәлсәфәүи лирика» номинацияһында беренсе урынға – Сергей Мнацаканян (Мәскәү), икенсе урынға — Нина Ягодинцева (Силәбе), өсөнсө урынға Ольга Голубева (Симферополь) лайыҡ булды. «Гражданлыҡ лирикаһы» номинацияһында Валерий Басыров (I урын, Симферополь), Александр Ткаченко (II урын – үлгәндән һуң, Симферополь), Әлфинә Ҡарағужина (III урын, Өфө) еңеүселәр тип табылды. «Мөхәббәт лирикаһы» номинацияһында иһә Алина Талыбова (I урын, Баҡы), Аполлинария Аврутина (II урын, Санкт-Петербург), Әлиә Кәримова (III урын, Ҡазан) һәм Кайрат Бакбергенов (III урын, Алматы) лауреат исемен алды.

«Башҡорт теленән иң яҡшы тәржемә өсөн» номинацияһында махсус призға Ишембайҙан Валентин Осадчий лайыҡ булды. Шулай уҡ конкурстың шорт-лисына ингән барлыҡ ҡатнашыусылар махсус дипломдар менән бүләкләнде.