10 декабрь, Шәмбе

12 декабрь 2012 йыл, 10:11

Республикала күп балалы ғаиләләр ай һайын түләүҙәр аласаҡ

автор: Сергей Захаров

11 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһендә республика ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

2013 йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килеме балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр 1,5-3 йәштәге һәр өсөнсө йәки унан һуңғы балаға ай һайын 3000 һум күләмендә аҡсалата түләү аласаҡ.

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына 2012 йылдың 25 декабренә тиклем ай һайын түләнәсәк аҡсалата түләү биреү һәм индексациялау тәртибен раҫлауға тәҡдим итергә ҡушылды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.