4 декабрь, Йәкшәмбе

11 декабрь 2012 йыл, 17:03

Башҡортостан Президенты Рәсәй Һаҡлыҡ банкы етәкселеге менән осрашты

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Рәсәй Һаҡлыҡ банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең топ-менеджеры менән эш осрашыуы үткәрҙе. Һүҙ инвестициялар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу тураһында барҙы. Был инвестициялар 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммитарын үткәреүҙе финанслау өсөн файҙаланыласаҡ. Осрашыу барышында шулай уҡ республика Хөкүмәте һәм Рәсәй Һаҡлыҡ банкы араһындағы килешеү үтәлеше буйынса яҡынса йомғаҡ яһалды.

Һаҡлыҡ банкы идараһы рәйесе урынбаҫары Андрей Донских Рөстәм Хәмитовты Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостандағы филиалының яңы идарасыһы Сергей Попов менән таныштырҙы. Бынан алдағы етәксе, Олег Ғәниев, Рәсәй Һаҡлыҡ банкының вице-президенты итеп тәғәйенләнде һәм хәҙер барлыҡ төбәк бүлексәләренең эшмәкәрлеге өсөн яуап бирә. Иҡтисад өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм банк системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн республика Президенты Олег Ғәниевты Салауат Юлаев ордены менән наградланы.