10 декабрь, Шәмбе

11 декабрь 2012 йыл, 16:50

Төбәктә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды программаһы буйынса күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау тамамланған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда 2012 йылға күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса төбәк адреслы программаһын тормошҡа ашырыу тамамланды. Уны ҡушып финанслауға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволары йәлеп ителде. Программа сиктәрендә ағымдағы йылда 116 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт үткәрелде, уларҙың дөйөм майҙаны 380,9 мең квадрат метр тәшкил итә. Һөҙөмтәлә 14 460 граждандың йәшәү шарттары яҡшыртылды, тип хәбәр иттеләр дәүләт корпорацияһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса идаралығынан.

Адреслы программаны тормошҡа ашырыуҙа республиканың туғыҙ ҡалаһы – Өфө, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Күмертау, Октябрьский, Туймазы, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡатнашты. Программа саралары сиктәрендә 11 лифт алмаштырылды, күп фатирлы йорттарҙа ҡыйыҡтар, фасадтар ремонтланды, инженерлыҡ коммуникациялары яңыртылды.

Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреүгә быйыл республикала йәмғеһе 847,3 миллион һум аҡса йәлеп ителде, уларҙың 576,3 миллионы – Фонд средстволары, 210,3 миллионы – республика һәм муниципаль берәмектәр бюджеттары ресурстары, 60,7 миллионы – йорт хужалары средстволары.

2008-2012 йылдарҙа Башҡортостанға күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн Фонд средстволарынан 6,4 миллиард һум бүленгән. Ҡушып финанслау тәртибендә төбәк 1,7 миллиард һум өҫтәгән. Был средстволар 1 172 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт үткәреүгә һәм 214 940 кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.