5 декабрь, Дүшәмбе

11 декабрь 2012 йыл, 16:08

2016 йылға Башҡортостандың һайлау участкалары ҡайтанан йыһазландырыласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы барлыҡ һайлау комиссияларын яңы технологик, шул иҫәптән электрон ҡорамалдар менән йыһазландырыу программаһын 2016 йылға тиклем тамамларға ниәтләй, — тип һөйләне БР Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре һәм муниципаль район һәм ҡала округы Советтары секретарҙары кәңәшмәһендә. – Участка комиссиялары формалаштырылғанда техник белемле кандидатуралар ҡараласаҡ. Был бөгөнгө көн талабы.

Үткән һайлауҙарҙа тауыш биреү өсөн технологик ҡорамалдар 19 миллион 820 мең һумға һатып алынған. Шуға күрә әлеге ваҡытта участка комиссияларының 75 проценты яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Алдағы һайлауҙарҙа был эш дауам ителәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, барлыҡ муниципаль райондарҙа урынлашҡан 108 һайлау участкаһында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡулланылды. Әҙерлек барышында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары операторҙары өсөн «техник ярҙам буйынса ҡыҙыу линия» ойошторолдо, 216 оператор уҡытылды.

темалар: яңыртыу,һайлау